ӘБДЕЛМӘМБӘТ, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Ҡыпсаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 46 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 120 км алыҫлыҡта Үҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 265 кеше; 1920 — 935; 1939 — 251; 1959 — 359; 1989 — 503; 2002 — 652; 2010 — 629 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға 1795 й. һәм 1811 й. араһында Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Иглик (Иглик Ибраһимов исеме б‑са) исеме м‑н нигеҙ һала. Хәҙ. Атамаһы (19 б. уртаһынан) тәүге төпләнеүсенең исеменән алынған (уның улдары Аҫылбай һәм Ҡояш Әбделмәмбәтовтар билдәле). Шулай уҡ Үҙән, 2‑се Ә., Ҡыпсаҡ (“ҡыпсаҡ” этнонимынан, ҡара: Ҡыпсаҡ) булараҡ теркәлгән. 1866 й. 22 йортта 151 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет иҫәпкә алынған. С.М.Мөхәмәтҡолов, Ф.Б.Шәмиғолов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев