ТӘҮӘТӘЙ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Себенле а/с ҡарай. Р‑н үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К. табан 26 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 368 кеше; 1920 — 373; 1939 — 346; 1959 — 481; 1989 — 402; 2002 — 350; 2010 — 287 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Бөрйән улусы башҡорттары нигеҙ һала, 1734 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Тәүәтәй Минкин исеме м‑н аталған. 1795 й. 16 йортта 100 кеше йәшәгән, 1865 й. 43 йортта — 224 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов