ТҮБӘНГЕ ИБРАЙ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Йәшергән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 36 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. 96 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1128 кеше; 1920 — 1387; 1939 — 765; 1959 — 765; 1989 — 325; 2002 — 334; 2010 — 287 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 1751 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Күл‑Иле-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Сәйет посадынан (ҡара: Сәйет биҫтәһе) сауҙагәр татарҙар Ибрай исеме м‑н нигеҙ һала. 1866 й. 28 йортта 186 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 19 б. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. ш. уҡ мәктәп, тирмән, тимерлек, бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов