ТҮБӘНГЕ ИВАНАЙ, Балтас р‑нындағы ауыл, Көнтүгеш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. табан 7 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) 76 км алыҫлыҡта Ар й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 393 кеше; 1920 — 337; 1939 — 346; 1959 — 322; 1989 — 252; 2002 — 267; 2010 — 314 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Ҡыр‑Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Иванай а. (хәҙ. Үрге Иванай а.) кешеләре Яңы Иванай исеме м‑н нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. 19 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. (хәҙ. исемдә) 45 йортта 354 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, 2 бакалея кибете теркәлгән. Г.Ғ.Калитов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов