ТҮБӘНГЕ ЙӘРКӘЙ, Илеш р‑нындағы ауыл, Йөннө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 2 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 109 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1481 кеше (Үрге Йәркәй а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1920 — 932; 1939 — 942; 1959 — 703; 1989 — 629; 2002 — 839; 2010 — 977 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Лицей, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1873 й. һәм 1896 й. араһында Бөрө өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Йәркәй а. (хәҙ. Үрге Йәркәй а.) кешеләре нигеҙ һала. 1896 й. Йәркәйҙә (Түб. Йәркәйҙә) 95 йортта 459 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. М.Ф.Маликов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов