ТҮБӘНГЕ ҠАНҺӨЙӘР, Балтас р‑нындағы ауыл, Тусыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 21 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта Башҡы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 425 кеше; 1920 — 440; 1939 — 512; 1959 — 465; 1989 — 245; 2002 — 196; 2010 — 155 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡанһөйәр исеме м‑н нигеҙ һала. 1732 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп ултыра. 19 б. 1‑се ярт. Үрге Ҡанһөйәр бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1795 й. 20 йортта 107 кеше йәшәгән, 1865 й. 43 йортта — 248 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов