ТҮБӘНГЕ ҠАРАМАЛЫ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Урта Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 35 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1002 кеше; 1920 — 993; 1939 — 858; 1959 — 630; 1989 — 356; 2002 — 391; 2010 — 336 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башлангыс мәктәп (Урта Ҡарамалы төп мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Аҙналы исеме м‑н (тәүге төпләнеүсе Аҙналы Күсәғолов исеменән) нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1779 й., 1795 й., 1805 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында типтәрҙәр, 1808 й., 1811 й. ш. уҡ шарттарҙа — сыуаштар, 1810 й., 1811 й. мордвалар килеп урынлаша. Шулай уҡ Ҡарамалы, Аҙналы‑Ҡарамалы, Түб. Аҙналы‑Ҡарамалы, Ыҡ-Ҡарамалы исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 69 йортта 456 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башында Үрге Ҡарамалы бүлендек ауылы (хәҙ. Урта Ҡарамалы а.) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Т.И.Әминев, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов