ТҮБӘНГЕ ҠАРҒАУЫЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Әсән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 9 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 132 км алыҫлыҡта Кеүәш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 797 кеше; 1920 — 715; 1939 — 585; 1959 — 453; 1989 — 179; 2002 — 186; 2010 — 188 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1762 й. алып Ҡарғалы исеме м‑н билдәле. 18 б. 2‑се ярт. Үрге Ҡарғалы бүлендек ауылы айырылып сыҡҡандан һуң хәҙ. исемен ала. 1795 й. 23 йортта 162 кеше йәшәгән, 1865 й. 78 йортта — 485 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. мәсет (1902 й. төҙөлгән), ел тирмәне, 2 мөгәзәй теркәлгән. З.Ф.Кәримов, Л.Ф.Кәримова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов