ТҮБӘНГЕ ҺАПАШ, Һ а п а ш, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Ялсы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 54 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 32 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 287 кеше; 1939 — 190; 1959 — 234; 1989 — 249; 2002 — 303; 2010 — 296 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Хоҙайбирҙин урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 20 б. башында Ырымбур өйәҙе Бошман‑Ҡыпсаҡ улусы Һаҫыҡкүл/Үрге Һаҫыҡкүл, Һапаш аа. башҡорттары Түб. Һаҫыҡкүл бүлендек ауылы булараҡ нигеҙ һала. 1917 й. 57 йортта 333 кеше йәшәгән. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов