ТҮБӘНГЕ ОЛОЙЫЛҒА, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Түб. Олойылға а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 4 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Рә й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 409 кеше; 1920 — 474; 1939 — 426; 1959 — 313; 1989 — 332; 2002 — 322; 2010 — 335 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1802 й., башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1810 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Бәләбәй өйәҙе Байлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Сембер өйәҙе Упакасси а. яңы суҡындырылған сыуаштары Олойылға исеме м‑н нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1865 й. 83 йортта 578 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне, шарап һәм бакалея кибеттәре, мөгәзәй булған. 19 б. 2‑се ярт. Үрге Олойылға бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен алған.

Т.И.Әминев, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов