ТҮБӘНГЕ СОРОКИН, Мишкә р‑нындағы ауыл, Ирсай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 6 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 126 км алыҫлыҡта Кесе Энәк й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 549 кеше; 1920 — 523; 1939 — 430; 1959 — 426; 1989 — 276; 2002 — 239; 2010 — 197 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ирсай урта мәктәбе филиалы), клуб бар.

Ауылға 1713 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мариҙар нигеҙ һала. Шулай уҡ Түб. Һайыҫҡан, Һайыҫҡан исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 44 йортта 261 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. 3 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов