ТҮБӘНГЕ ТИКТӘМ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Кәлтәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 14 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 82 км алыҫлыҡта Тиктәм й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 439 кеше; 1920 — 517; 1939 — 474; 1959 — 333; 1989 — 215; 2002 — 194; 2010 — 157 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Түб. Ҡасмаш урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар. Ауылға Уҫы даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са Тиктәм исеме м‑н мариҙар нигеҙ һала, 1811 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1743 й.) алып билдәле. Шулай уҡ Тиктек исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. (хәҙ. исемдә) 52 йортта 168 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, 2 бакалея кибете теркәлгән.

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов