ТҮБӘНГЕ ТИРМӘ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Йәрми а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Ыҫлаҡ й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 653 кеше; 1920 — 712; 1939 — 842; 1959 — 643; 1989 — 379; 2002 — 371; 2010 — 331 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҫыбы-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә [указдар (1736 й. 11 февр.) б‑са ҡаҙнаға тартып алынған] мишәрҙәр, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1768 й. ш. уҡ даруғаның Ҫыбы‑Мең улусы Ильяс һәм Туҡран аа. ҡушылған ваҡытта башҡорттар үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. Тирмә исеме м‑н 5 ауыл (Башҡ. Тирмәһе, Үрге һәм Түб. Тирмә, Йәрми һәм Яңауыл) халҡы иҫәпкә алынған, 88 йортта 696 кеше йәшәгән, 1865 й. Т.Т. (Ильяс, Туҡран) 72 йортта — 437 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 4 һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. Ауыл эргәһендәге Кесе кәшәнә һәм Турахан кәшәнәһетарих һәм архитектура ҡомартҡылары. А.И.Кирәев, Ә.Ә.Мансуров ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова, Р.И.Янғуразов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов