ТҮБӘНГЕ ЫСМАҠ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Өфө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 49 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 87 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 234 кеше; 1939 — 125; 1959 — 122; 1989 — 67; 2002 — 105; 2010 — 93 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. башында Орск өйәҙе Түңгәүер улусы Исмәғил/Үрге Ысмаҡ а. (Й.М.Иҫәнбаевтың тыуған ауылы) башҡорттары Түб. Исмәғил исеме м‑н бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1920 й. Т.Ы. (Түб. Исмәғил, Һарыкүл) исеме м‑н теркәлгән.

Р.С.Рәхимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов