ТУРА ҠАНАТЛЫЛАР (Orthoptera), бөжәктәр отряды. 20 мең төрө билдәле; Башҡортостанда 40 төрө бар. 2 ярым отрядҡа бүленә: оҙон мыйыҡлылар (сиңерткә һымаҡтар, айыуғорттар, өй сиңерткәләре ғаиләләре) һәм ҡыҫҡа мыйыҡлылар (саранча һымаҡтар ғаиләһе). Кәүҙәһе оҙонса, ян‑яҡтан ҡыҫылған, йәшел, көрәнһыу, ерәнһыу, көрән һары йәки ҡара төҫтә. Башы ҙур, үҫешкән күҙҙәре һәм ваҡ күҙҙәре бар (ҡайһы берҙә булмай). Мыйыҡтары оҙонса, еп, төк рәүешле, һирәгерәк суҡмар һымаҡ. Ауыҙ аппараты кимерә торған. Ҡорһағы 10 быуынлы, быуынһыҙ өҫтәмә ағзалар (церкалар) м‑н, күп төрҙәрҙә инә бөжәктәрҙең йомортҡа һалғысы бар. Ҡанаттары 2 пар: алғылары тар һәм тығыҙ, күп тамырсыҡтар м‑н, артҡылары яҫы, ярылы, елпеүес һымаҡ йыйылмалы; ҡайһы бер төрҙәрҙеке ҡыҫҡа йәки бөтөнләй юҡ. Аяҡтары яҡшы үҫешкән: алғылары һәм урталағылары — йүгерек, сиңерткә һәм өй сиңерткәләренең алғы аяҡтарының сираҡтарында, саранча һымаҡтарҙың беренсе ҡорһаҡ сегментының ян‑яҡтарында ишетеү ағзалары урынлашҡан; артҡылары — оҙон, һикереүсән, сираҡтары сәнскеле һәм осонда 4—6 хәрәкәтсән тибенгеһе бар. Үҫеше тулы булмаған әүерелешле. Йомортҡаларын берәмләп йәки төркөмләп тупраҡҡа йәки үҫемлектәргә һала. Ҡарышлауыҡтары имагоға оҡшаған, 4—8 тапҡыр ҡау һала. Респ. шарттарында бер йыл эсендә 1 быуын үҫешә. Йомортҡалары, ҡарышлауыҡтары йәки имаголары ҡышлай. Көндөҙ һәм (йәки) төндә әүҙем. Үҫемлек ашаған Т.ҡ. үҫемлектәрҙең йәшел өлөштәре, йыртҡыстары бөжәк һәм уларҙың ҡарышлауыҡтары м‑н туҡлана, ҡайһы бер төрҙәре бөтә аҙыҡты ла ашай. Болондарҙа, аҡландарҙа, далаларҙа, урмандарҙа һ.б. йәшәй. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары. Айыу сиңерткәһе БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова