ТУРИЗМ (фр. tourisme), кешеләрҙең даими йәшәгән урынынан һауыҡтырыу, танып белеү, профессиональ‑эш, дини, спорт һ.б. маҡсаттарҙа сәйәхәт итеүе. Т. авто-, мототуризм, һыу, тау, ҡатнаш, атлы, саңғыла, йәйәү, спелеотуризм һ.б. төрҙәре; йәш‑ара, мәҙәни‑танып белеү, рекреацион, ваҡиғалы, спорт, экологик һ.б. типтары; инеү һәм сығыу, эске һәм халыҡ‑ара, үҙ аллы һәм ойошторолған, шәхси һәм төркөмлө һ.б. формалары бар. Башҡортостанда Т. 20 б. башынан алып үҫешә. 1900 й. Өфө губернаһында уҡыусыларҙың тәүге белем биреү ялдары һәм сәйәхәткә сығыу ойошторола. 1927 й. күп көнлөк Өфө—Минйәр—Эҫем походы ғәмәлләштерелә. 1929 й. тәүге туристик ойошма, 1934 й. — туристик маршрут, 1957 й. — туристик клуб, 1961 й. — туристик база асыла. 50‑се йй. аҙ. спорт туризмы б‑са туристик слёттар һәм ярыштар үткәрелә. 2016 й. Өфөлә “Өфө” киң профилле мәғлүмәт-туристик үҙәге асыла, төп маҡсаты: халыҡ өсөн туристик хеҙмәттәр спектрын киңәйтеү, ҡалаға һәм республикаға туристарҙы йәлеп итеү. 2017 й. Башҡортостанда эске туризмды үҫтереү өсөн 7 туристик-рекреацион кластерҙар (урынлашыу терр‑яһының туризм б‑са махсуслашыуы, тәбиғәт-климат шарттары һәм соц.-иҡт. үҫеше б‑са айырыла) төҙөлә, улар араһында “Асылыкүл”, “Бөрйән”, “Ҡандракүл”, “Нөгөш”, “Өфө”, “Павловка һыуһаҡлағысы”, “Урал легендалары”. “Башҡортостан Республикаһында туристик эшмәкәрлек тураһында” (1995) законын, 2020 йылға тиклем БР‑ҙа туризмды үҫтереү комплекслы программаһын, 2012— 17 йй. “Башҡортостан Республикаһында эске һәм инеү туризмы үҫеше” дәүләт программаһын ғәмәлләштереүҙе БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм б‑са дәүләт ком‑ты тормошҡа ашыра.

И.В.Лифанова, О.В.Серова, Д.В.Шорников

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина