“ТЫУЫШ”, Башҡ‑н респ. советы ДОСААФ‑ының (РОСТО) атыу үҙәге. Өфө р‑нында Тыуыш разъезы а. 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1974—1999 йй. эшләгән. Эре калибрлы ҡоралдан атыр өсөн 300 м, бәләкәй калибрлы винтовканан атыр өсөн 50 м, пистолеттан атыр өсөн 25 м атыу тирҙары, хәрәкәт иткән сәпкә атыр өсөн 50 м 2 тиры, ҡорал һаҡлағысы, һауыҡтырыу үҙәге, ҡунаҡханаһы (50 урынлыҡ) һ.б. булған. Атыу үҙәге базаһында пуля менән атыу б‑са балалар‑үҫмерҙәр спорт‑техник мәктәбе эшләгән. “Т.” пуля м‑н атыу б‑са СССР чемпионаты этаптары, РСФСР беренселектәре һәм чемпионаттары, биатлон һәм ғәмәли‑хәрби күп бәйгеләр б‑са респ. ярыштары үткән.

В.М.Новцев

Тәрж. М.Н.Моратшина