ТӘБИҒИ ГАЗДАР, ер ҡабығының ултырма ҡапламаһында осраған метан рәте углеводородтарының һәм углеводород булмаған берләшмәләренең тәбиғи янар ҡатнашмаһы. Тау тоҡомдарында күҙәнәктәрҙе һәм бушлыҡтарҙы тултыра, нефттә һәм ҡатлам һыуҙарында эретелә (ҡара: Газ конденсаты). Т.г. башлыса метандан (98%‑ҡа тиклем) һәм уның гомологтары — этан, пропан, бутан, изобутан, пентан һ.б. — тора; составында ш. уҡ углекислый газ, азот, көкөртлө водород, инерт газдар, һыу парҙары була. Ирекле (ятыштар, нефть ятыштарындағы газ “эшләпәләре” рәүешендә) һәм эретелгән (нефть м‑н сорбцияланған) төрҙәргә бүленә. БР‑ҙа Т.г. запастарының күпселек өлөшөн эретелгән (эйәрсен) нефть газдары тәшкил итә; нефттең газ м‑н туйындырылыуы 5‑тән алып 140 м3/т тиклем тирбәлә. Яғыулыҡ сәнәғәте һәм нефтехимия сәнәғәтендә сеймал булараҡ ҡулланыла (ҡара: Углеводород газдар). Респ. нефть ятҡылыҡтарында (Грачи, Озёрки, Иҫке Казанковка һ.б.) эйәрсен газдарҙың бер өлөшө нефтте эретмә аша вертикаль (көмбәҙ) йүнәлештә ҡыҫырыҡлап ҡыуҙырыу юлы м‑н сығарыуҙы арттырыу өсөн файҙаланыла.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов