ТУҠАЕВТАР, дин әһелдәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Ниғмәтулла Биктимер улы Т. [1773, Нуғай даруғаһы Тәлтем‑Юрматы улусы Стәрлебаш а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны) — 27.3. 1844, шунда уҡ], имам‑хатип, мөҙәрис. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә, Вятка губ. Маскара а., Бохара ҡ. мәҙрәсәләрҙә уҡый (1801—12). 1812 й. алып тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә уҡыта. Наурыҙ байрамын (Яңы йыл), үлгәндән һуң мәрхүмдәрҙең өсөн, етеһен, ҡырҡын үткәреүҙе һ.б. тыя. Фарсы, ғәрәп телдәрен белә; фарсы-төрки һүҙлеге, ғәрәп-төрки сағыштырма грамматикаһы б‑са уҡыу әсбаптары төҙөй. Бай китапханаһы була. Ғ.Ҡурсауиҙың дини-реформаторлыҡ идеяларын яҡлай. Уның улдары: Мөхәмәтхарис Ниғмәтулла улы Т. (1810, Стәрлебаш а. — 2.11.1870, шунда уҡ), мөҙәрис. 1833—41 йй. Бохара мәҙрәсәһендә уҡый. 1844 й. алып тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә уҡыта. Уҡыу программаһына урыҫ телен өйрәнеүҙе индерә (1869 й. алып), хәйриә м‑н шөғөлләнә, үҙ аҡсаһына фәҡирҙәр һәм етемдәр өсөн 40 урынлыҡ приют, Стәрлебашта дауахана аса, Ҡаҙағстанда батша хөкүмәтенең дипломатик йомоштарын башҡара. Ш.Мәржәни м‑н таныш була, уның ҡараштары яšлы була. 1860 й. хаж ҡыла; Мөхәмәтхаррас Ниғмәтулла улы Т. (1814, Стәрлебаш а. — 30.11.1871, шунда уҡ), мөҙәрис. 1844—56 йй. Бохара мәҙрәсәһендә уҡый. Тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә уҡыта. Уларҙың улдары: Ғабдулла Т. (?—2.11.1883, Мәҙинә ҡ., Сәғүд Ғәрәбстаны), имам‑хатип, мөҙәрис. 1883 й. хаж ҡыла; Хәбибулла Т. (1856, Стәрлебаш а. — 20.1.1897, шунда уҡ), имам‑хатип, мөҙәрис. Тыуған ауылындағы, Бохара һәм Ургенч ҡҡ. мәҙрәсәләрҙә уҡый. Дини белем биреүҙе реформалау яҡлы була (ҡара: Йәдитселек); Ғәбиҙулла Т., имам‑хатип, мөҙәрис, мәҙрәсә дир. (1878 й. алып); Мөхәмәтшакир Т. (ҡара: М.М.Туҡаев); Ғабдулҡадир Т. (1866, Стәрлебаш а. — ?), мөҙәрис. Тыуған ауылындағы, Мәҙинәләге мәҙрәсәләрҙә уҡый. 1899 й. хаж ҡыла. 1903 й. алып мәҙрәсә дир.; Ғабдулмәжит Т. (1867—14.6.1893, Мәккә ҡ., Сәғүд Ғәрәбстаны), мөҙәрис. 1874 й. башлап Минзәлә өйәҙе Шаҡмаҡ а., 1886 й. — Бохарала мәҙрәсәлә уҡый. 1892 й. алып тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә уҡыта. 1893 й. хаж ҡыла; Лотфулла Т., имам-хатип, мөҙәрис (1871—78). Шулай уҡ билдәлеләр: Мөхәмәтзакир Мөхәмәтшакир улы Т. (1890—?), имам‑хатип һәм мөҙәрис (1916 й. алып); Мөхлис Т., Стәрлебаш мәҙрәсәһендә, интернат тибындағы 2‑се баҫҡыс Респ. башҡ. мәктәбендә (ҡара: Стәрлетамаҡ лицей‑интернаты 2) уҡыта.

Р.У.Абдрахманов, Л.Ш.Сөләймәнова, М.Н.Фәрхшатов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина