ТУПЛАН, ижт.‑сәйәси һәм әҙәби гәзит. “Туплан” Ырымбур мосолман йәштәре йәмғиәте органы. Ырымбур ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр төрки телендә сыҡҡан. 1918 й. март‑июлендә “Яңы ваҡыт” типографияһында нәшер ителгән. Гәзит биттәрендә йәмғиәттең документтары һ.б. материалдары, совет власы органдары ҡарарҙары, илдәге һәм сит илдәге ваҡиғалар т‑да мәғлүмәттәр, мәҙәниәт яңылыҡтары, нәфис һәм публицистик әҫәрҙәр баҫылған. Нәшриәт м‑н “Тулҡын” Башҡ. йәштәре союзының элекке ағзалары (А.С.Дәүләтшин, Б.Ә.Шәфиев һ.б.) хеҙмәттәшлек иткән.

Р.Н.Мәсәлимов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев