ТУШҠЫР МӘСЕТЕ, Себер даруғаһы Танып улусы Тушҡыр а. (хәҙ. БР‑ҙың Балтас р‑ны) 17 б. аҙ. төҙөлгән, тип фараз ителә, 1805 й. алып беренсе йәмиғ мәсете. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Мәсет ағастан, бер ҡатлы, тура дүртмөйөш рәүешендә, төньяғынан күтәрмәле һәм көньяҡтан михраблы (намаҙ урыны), ҡыйығы 2 яҡлы, 1891 й. төҙөлгән 2 манараһы (өҫкө ҡоролмаһы көмбәҙ рәүешендә; 1941 й. һүтелә) була. Манаралары (бейеклеге 7 м) 2 яруслы, конус рәүешле; ярустарына һөҙәк ҡыйыҡ ябылған, уның аҫтында ҙур булмаған тәҙрәләр урынлашҡан. 2 намаҙ залы була. Мәсет эргәһендә мәҙрәсә эшләй. 1863 й. мәхәлләлә 393 кеше иҫәпләнә, 1912 й. — 638 кеше. 1940 йй. ябыла. Имам‑хатиптары: А.Аҙнағолов, А.Әбделбаҡыев (1805 й. алып), Г.Әбделмәнәфов (1836 й. алып), М.Ғилманов (1874 й. алып), Ш.Ғилманов (1916 й. алып), А.Фәттәхетдинов (1923 й. алып).

Әҙәб.: К а л и м у л л и н Б.Г. Архитектурные памятники Башкирии. Уфа, 1958.

Э.Р.Ғәлиева, Р.Р.Ҡотошов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина