“ТҮБӘНГЕ МАТБУҒАТ”, ижт.-сәйәси журнал. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты органы. Нәшер итеүсеһе — “Башҡурдистан” гәзите (ҡара: “Башҡортостан”). 1931—36 йй. Өфөлә айына 2 тапҡыр (1935 й. алып 1 тапҡыр) башҡ. телендә сыға. Журнал район гәзиттәре, пр‑тие һәм учреждение баҫмалары, стена гәзите, ш. уҡ эшселәр һәм ауыл хәбәрселәре эшмәкәрлеге м‑н оператив етәкселек итеү, улар тарафынан түбәнге матбуғат т‑да партия директиваларының үтәлешен, уның колхоз, совхоз, пр‑тиеларҙың көндәлек эшендә ҡатнашыуын яҡтыртыу маҡсатында ойошторола. Рубрикалары: “Идаранан”, “Матбуғат күҙәтеү”, “Түбән гәзит редколлегиялары менән әңгәмә”, “Стена гәзитен күҙәтеү”. Мөхәррирҙәре: Л.Баязит, И.Насыри, М.Ә.Байымов, Т.Йәнәби.

З.З.Хәсәнова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев