“ТӘҮӘКӘН”, ДУАХП. Күгәрсен р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Тәүәкән а. “Т.” составына һөтсөлөк фермаһы (ш. иҫ. симменталь тоҡомло һәм ҡара‑сыбар тоҡомло һыйыр малдарының тоҡом репродукторы), һимертеү комплексы; ҡатнаш аҙыҡ, үҫемлек майы етештереү, һөт эшкәртеү, йомортҡаларҙы инкубациялау цехтары; 2 тирмән, умарталыҡ, икмәкхана һ.б. инә. 2009 й. 161 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 8308 га тәшкил итә, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 6321 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 31, көнбағыш (орлоҡ) — 20; етештерелгән (т): иген — 3202, көнбағыш — 276; әҙерләнгән (т): бесән — 9000, сенаж — 10000. Һыйыр малы һаны — 1000‑дән ашыу (410 һыйыр), йылҡы — 100‑ҙән ашыу, ҡаҙ — 6000‑гә яҡын; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 5962 кг, йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы — 694 г; етештерелгән (т): һөт — 1252,2, ит — 38,8; инкубацияланған (мең дана): йомортҡа — 134, ш. иҫ. ҡаҙ — 76, өйрәк — 28, бройлер — 20. Продукцияһы БР‑ҙа һәм Ырымбур өлк. һатыла.

2002 й. “Ҡыҙыл Байраҡ” к‑зы базаһында ойошторола. Продукцияһы “Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең алтын һәм көмөш миҙалдары м‑н бүләкләнгән (Мәскәү, 2007, 2008).

Р.М.Кәрәҙбаев

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев