ТУҢЛЫҠ ТУПРАҒЫ, т о р ф л ы - с е р е м т ә л е  т а у ‑ у р м а н  т у п р а ғ ы, Өфө яйлаһында фрагментар рәүештә таралған. Тәүге тапҡыр гидрогеолог А.Г.Лыкошин тарафынан табыла (1952). Т.т. барлыҡҡа килеүе плейстоцендың дымлы һәм һалҡын климаты м‑н бәйле (2,5 млн йыл). Даими туңлыҡ һыу киҫелеше кимәленән юғарыраҡ урынлашҡан тау тоҡомдарының киң ярыҡтарында һауаның әйләнеп йөрөүе, дымдың тупланыуы һәм уның ҡыш көндәрендә ярыҡтар ситендә туңыуы м‑н билдәләнә. Мүк япмаһы йылылыҡты үткәрмәгән ҡатлам барлыҡҡа килтерә, һөҙөмтәлә йәй көндәрендә тоҡомдар иремәй һәм уларҙың т‑раһы 0°С юғарыраҡ күтәрелмәй. Өфө яйлаһының Т.т. өсөн урман мүктәренең тотош ҡатламы (15—20 см тиклем) хас, уларҙан аҫтараҡ — 1 м тиклем торфлы‑серемтәле ҡатлам, аҫтараҡ туңлыҡ ята. Тупраҡтың органик өлөшө төп тоҡомдар (эзбизташтар, доломиттар) м‑н химик яҡтан бәйләнмәгән, дым һыйҙырышлығы юғары (300%). Т.т. майҙаны яҡынса 500 га тәшкил итә. Ҡариҙел й. үҙәненең текә битләүҙәренең аҫҡы өлөшөнә тура килә. Т.т. Ҡариҙел й. оптималь һыу режимын һаҡлауға булышлыҡ итә һәм текә битләүҙәрҙә эрозия процестары үҫешен иҫкәртә, Павловка һыуһаҡлағысының һыу һаҡлау зонаһы нигеҙен тәшкил итә.

Әҙәб.: М у к а т а н о в А.Х. Ландшафты и почвы Башкортостана. Уфа, 1992; ш у л у ҡ. Лесные почвы Башкортостана. Уфа, 2002.

Ә.Х.Моҡатанов

Тәрж. Г.А.Миһранова