ТУПРАҠТЫҢ БОҘОЛОУЫ, тупраҡтың агрофизик үҙенсәлектәрен, тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәрен һәм тупраҡтың биол. үҙенсәлектәрен боҙған процесс. Т.б. тәбиғи һәм антропоген факторҙар йоғонтоһонда барлыҡҡа килә. Башҡортостанда Т.б. төп тәбиғи факторҙары булып — һыу һәм ел эрозияһы, һаҙланыу (ҡара: Һаҙлыҡтар); антропоген факторҙар булып файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, ташыу һәм эшкәртеү, төҙөлөш эштәре, а.х. производствоһы һ.б. тора. БР‑ҙа Т.б. түбәндәге төрҙәре айырыла: физик боҙолоу, ярлыланыу, яңынан һаҙланыу, бысраныу, татырланыу, тоҙланыу (ҡара: Тоҙло тупраҡ), ландшафт боҙолоуы (ҡара: Антропоген ландшафт) һ.б. Физик Т.б. осрағында серетмә ҡатламының ҡалынлығы кәмей, структураһы боҙола, тығыҙланыуы арта һ.б. Тупраҡ ярлыланыуының күрһәткестәре булып дегумификация (ҡара: Серетмә), туҡлыҡлы элементтарҙың дефициты, микроорганизмдар һанының кәмеүе һ.б. тора. Респ. тупраҡтарҙың физик боҙолоуы һәм ярлыланыуы башлыса эрозия үҫешкән ауыл хужалығы ерҙәрендә таралған. Киптереү системаларын дөрөҫ файҙаланмағанда ер аҫты һәм ер өҫтө һыуҙары аҡмаһының боҙолоуы яңынан һаҙланыуға килтерә. Бындай һаҙлыҡтарҙың һәм артыҡ дымлы ерҙәрҙең ҙур майҙандары (яҡынса 15 мең га) Нефтекама р‑нында урынлашҡан. БР‑ҙа Т.б. иң таралған төрө — бысраныу, ш. иҫ. нефть һәм нефть продукттары, нефть промыслаларының ағынты һыуҙары, коммуналь һәм сәнәғәт ҡалдыҡтары, малс‑ҡ комплекстарының ағынты һыуҙары, пестицидтар, ауыр металдар һ.б. м‑н бысраныу. Татырланыу техноген тоҙ иретмәләренең тупраҡҡа эләгеүе һөҙөмтәһендә, татырлы һаҙтупрағынкиптергәндә, һуғарыу режимы боҙолғанда барлыҡҡа килә. Тоҙланыу составында натрий булған берләшмәләр м‑н техноген тоҙланыуҙан һуң үҫешә. Татырланыу һәм тоҙланыу йышыраҡ Башҡортостандың Урал алдында (нефть сығарыу райондары), Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көньяғында (йылға туғайҙарында) һәм Башҡортостандың Урал аръяғында осрай. Ландшафт боҙолоуы (техноген өйөмдәр, карьерҙар һ.б.) барлыҡ тупраҡ профилен юғалтыуға килтерә; Баймаҡ, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Учалы һ.б. райондарҙа таралған. БР‑ҙа эрозия һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән Т.б. майҙаны 7,2 млн га, техноген боҙолоуҙар арҡаһында — 17,2 мең га тәшкил итә.

Әҙәб.: Почвы Башкортостана. В 2 т. Уфа, 1995—1997; Г а б б а с о в а И.М. Деградация и рекультивация почв Башкортостана. Уфа, 2004.

И.М.Ғәббәсова, Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова