ТУРОВЦЕВ Михаил Михайлович (29.6.1905, Тамбов губ. Козлов ҡ. — 29.1.1965, Өфө), тупраҡ белгесе. А.х. ф. канд. (1959). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1951). 1933 й. алып Башҡ‑н тупраҡ-ботаника бюроһында (Өфө) эшләй. 1937 й. башлап Башҡ‑н баҫыусылыҡ ғилми‑тикшеренеү тәж. станцияһында: 1947 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1951 й. — агротупраҡ белеме бүлеге мөдире; 1956 й. башлап БНИИСХ‑ла: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1964 й. — ғилми секретарь. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостан тупраҡтарының диагностикаһына, агрохимик характеристикаһына, классификацияһына һәм уларҙы картаға төшөрөүгә арналған. Т. тарафынан респ. терр‑яһының тәбиғи‑эрозия үҙенсәлектәре асыҡланған, тупраҡ эрозияһы м‑н төп көрәш саралары билдәләнгән, тәүге тапҡыр БАССР‑ҙың 1:600000 масштаблы йыйылма тупраҡ картаһы (1941, Д.В.Богомолов м‑н берлектә) һәм тупраҡ‑эрозия картаһы төҙөлгән. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Почвы пойм Башкирской АССР. Уфа, 1957 (авторҙ.); Водная эрозия почв в Башкирии. Уфа, 1958.

Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев