ТЮКОВ Николай Иванович (10.01. 1937, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны, Молокан а. — 16.6.2011, Күмертау ҡ., тыуған яғында ерләнгән), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1984), проф. (1987). Ырымбур а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) Ырымбур өлк. Абдулла р‑ны “Россия” к‑зында баш инженер. 1965 й. алып Ырымбур автоюлдар техникумында, 1971 й. башлап Ырымбур политехник ин‑тында уҡыта (1984 й. башлап автоматика һәм производствоны автоматлаштырыу каф. мөдире). 1989 й. алып ӨДАТУ‑ның Күмертау филиалында (1991—2010 йй. сәнәғәт автоматикаһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге йылылыҡ‑энергетика процестарының моделдәрен әҙерләүгә, композицион материалдарҙан вертолёт деталдәрен яһау технологик процестарын автоматлаштырыуға арналған. Т. тарафынан быяла пластиктан күп ҡатлы көрәксәләр эшләү технологияһы, гальваник ҡаплауҙар ҡуйыу (Күмертау авиация производство пр‑тиеһында һәм “Искра” пр‑тиеһында индерелгән) һ.б. уйлап сығарылған. 170 фәнни хеҙмәт һәм 11 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов