ТЫНЫСЛЫҠТЫ ҺАҠЛАУ КОМИТЕТЫ, халыҡтар араһында тыныслыҡты, теләктәшлекте һаҡлауға булышлыҡ итеү, дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу маҡсаты м‑н респ. йәмәғәтселеге вәкилдәренән ойошторолған Башҡ. респ. һайланма органы. Өфөлә 1970—98 йй. эшләгән. Рәсәй Т.һ.к. бүлексәһе булған, Тыныслыҡ фондының респ. бүлексәһе һ.б. йәмәғәт ойошмалары м‑н хеҙмәттәшлек иткән. 70 — 80‑се йй. Ком‑т тарафынан респ. пр‑тие һәм учреждениеларында тыныслыҡ яҡлылар акциялары (Тыныслыҡ, иҫкә алыу вахталары, Ҡоралһыҙланыу аҙналыҡтары, Тыныслыҡ дәрестәре һ.б.), Вьетнам, Куба, Чили, ғәрәп дәүләттәре, Африка илдәре халҡына теләктәшлек митингылары һ.б. үткәрелгән. Бөтә донъя тыныслыҡты һаҡлау советы Президентының “Ҡоралланыу артынан ҡыуыуҙы туҡтатыу һәм ҡоралһыҙланыу өсөн” саҡырыуына яуап итеп, Ком‑т тарафынан БАССР халҡынан 2,4 млн ашыу ҡултамға йыйылған (1975). Ком‑т эшендә Х.Х. Абдрахманов, Н. Асанбаев, С.Х. Бикәев, М.Ғ. Гәрәев, М. Ғәли, Т.Т. Күсемов, М. Кәрим, Д.Б. Мурзин һ.б. ҡатнашҡан. Рәйестәре: В.К. Ғирфанов (1970 й. алып), М.А. Камалетдинов (1981 й. алып).

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин