ТӘТЕГӘС БЕЙ, Т ә т е г ә с  к е н ә з (?—1565), башҡорттарҙың юрматы ырыуы башлығы. Юрматы башҡорттарының нуғай мырҙаларына ҡаршы көрәшен етәкләй. “Юрматы ырыуы шәжәрәһе”нә ярашлы, 1554 й. Т.б. Ҡармыш һ.б. бейҙәр м‑н бергә юрматыларҙың Мәскәү дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). Килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң, Рәсәй подданныйлығын ҡабул итеүен раҫлаған жалованный грамота ала. Т.б. мырҙа титулы бирелә.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев