ТӘВКИЛЕВ Ҡотломөхәмәт Батыргәрәй улы [4.8.1850, Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Килем а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — ?], Өфө губернаһынан 1—4‑се саҡырылыш Дәүләт думаһы (1906—17) депутаты. Дворян. Тәвкилевтәр нәҫеленән. Рәсәй мосолмандары иттифағы ағзаһы. 1877—78 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнашыусы. Паж корпусын тамамлағандан һуң (1870), 1885 й. тиклем лейб‑гвардияла казак полкында хеҙмәт итә; полковник. 1894—1902 йй. һәм 1906—11 йй. — Бәләбәй өйәҙ, бер үк ваҡытта 1905—10 йй. һәм 1914—17 йй. Өфө губерна земство йыйылыштары гласныйы. Думала аҙыҡ‑түлек, эш ҡануниәте (2‑се); күсенеү эштәре, урындағы үҙидара (3‑сө); аҙыҡ‑түлек, урындағы үҙидара, хәрби һәм диңгеҙ эштәре (4‑се) б‑са комиссиялар ағзаһы. Дәүләт думаһының мосолман фракцияһына ингән (3—4‑се саҡырылышта — рәйесе). 1916 й. йәйендә А.Ф.Керенский м‑н бергә Думаның Төркөстан һәм Степной ген.‑губернаторлыҡтарына ихтилал сәбәптәрен асыҡлау өсөн ебәрелгән махсус комиссияһын етәкләй. Рәсәй мосолмандарының хәйриә йәмғиәттәре вәкилдәре съезында (С.‑Петербург, 1914 й. дек.) Рәсәй мосолман йәмәғәт ойошмалары ҮК ағзаһы итеп һайлана. Рәсәй халыҡтары конгресында ҡатнаша (Лозанна ҡ., Швейцария, 1916). 1917 й. мартында Петроградта Рәсәй мосолмандарының Ваҡытлы үҙәк бюроһы ағзаһы. 1897—1917 йй. Өфө ҡарттар һәм мосолман малайҙары приютын ойоштороусыларҙың береһе һәм Попечителдәр советы идараһы рәйесе. Бәләбәй өйәҙенең почётлы мировой судьяһы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Л.Ә.Ямаева

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев