ТУҠБУҒА (?—1313), Алтын Урҙаның дәүләт һәм хәрби эшмәкәре. Башҡорт. Туҡта хан (Туҡтағи) үлгәс, 1312 й. үҙен Алтын Урҙа хакимы тип иғлан итә. Сыңғыҙхан нәҫеле вәкилдәренең фетнәһе һөҙөмтәһендә үлтерелә.

Әҙәб.: У т е м и ш - х а д ж и. Чингиз-наме. Алма-Ата, 1992.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев