ТУҠМАС, башҡорташ-һыуында традицион аҙыҡ. Йомортҡаға баҫылған ҡаты сөсө ҡамырҙан (ҡайһы берҙә уға аҙ ғына һыу йәки һурпа ҡушҡандар) әҙерләнә. Йоҡа итеп йәйелгән ҡамырҙы, бер аҙ он һибеп, оҙонса итеп ҡырҡалар (оҙон туҡмас). Урал аръяғында (ҡара: Урал аръяғы башҡорттары), Башҡортостандың көнбайыш һәм төньяҡ райондарында Т. — итле аш (һурпа) әҙерләгәндә, бишбармаҡ бешергәндә, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа һәм Әй, Дим йй. буйында һөтлө ашҡа һалыр өсөн ҡулланыла. Еҙем, Ағиҙел йй. араһында һәм Башҡортостандың көньяғында туҡмас ашы бишбармаҡтан йәки өлөштән һуң бирелгән. Итле ашҡа — ҡорот йәки ҡатыҡ, һөтлө ашҡа ҡаймаҡ һалып ашағандар. Ҡаҙаҡ, татар, ш. уҡ Урта Азияның башҡа халыҡтары аш-һыуында таралған.

Э.В.Миһранова

Тәрж. М.В.Хәкимова