ТУҪНАҠТАР, башҡ. йәмғиәтенең социаль структураһында бойондороҡло халыҡ категорияһы. Оҙаҡҡа йәки ғүмерлеккә башҡ. байҙарының (йышыраҡ игенселек үҫешкән төбәктәрҙә; ҡара: Игенселек), йәки ҡалала йәшәгән урыҫтарҙың ҡул аҫтына эләккән аҫабабашҡорттар Т. булып киткән. Т. үҙ хужалығы булмағанға күрә яһаҡ түләй алмағандар, ҡағиҙә булараҡ, йорт‑ҡаралты эргәһендә төрлө эш башҡарғандар. Ҡаҙнаға килгән яһаҡты юғалтмаҫ өсөн хөкүмәт Өфө воеводаларына тәғәйенләнгән 1664 й. наказдар, ш. уҡ указдар (1736 й. 11 февр.) һ.б. ҡарарҙар м‑н аҫаба башҡорттарҙы Т. ҡатламына күсереүҙе тыя.

Әҙәб.: А с ф а н д и я р о в А.З. Башкирия после вхождения в состав России (вторая половина XVI — первая половина XIX в.). Уфа, 2006.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев