ТУСНОЛОБОВ Степан Сергеевич (27.10.1918, Вятка губ. Белогорье а. — 24.12.1986, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Дүртөйлө ҡсб, хәҙ. Дүртөйлө ҡ.), Дан орд. тулы кавалеры. 1941 й. Иран походында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Магнитогорск металлургия комб‑тында эшләй. 1940 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. авг. алып Кавказ аръяғы, Төньяҡ Кавказ, 1‑се һәм 2‑се Белоруссия фронттарында 20‑се уҡсылар див. 281‑се танкыға ҡаршы дивизионында орудие ком. булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н Т. 1944 й. 7 июлендә Белорус ССР‑ының Пружинище а. эргәһендәге, 27 авг. Вышкув ҡ. (Польша) көньяҡтараҡ һәм 1945 й. 31 ғин. Арботен ҡ. (Германия) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1946) — Сурож ҡ., 1948 й. башлап Туймазы ҡ. эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Ҡыҙыл Йондоҙ, “Почёт Билдәһе”, 1‑се (1945), 2‑се (1944 й. сент.) һәм 3‑сө (ш. уҡ йылдың июле) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин