ТҮРӘ ХАН, Т у р а х а н, Т о р а б е й, хан. Сыңғыҙхан нәҫеленән (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, ҡуңғрат ырыуынан). Башҡорт ырыуҙары берләшмәһенә етәкселек иткән. 15 б. аҙ. — 16 б. башында төньяҡ һәм үҙәк, һуңыраҡ көньяҡ Башҡортостанға етәкселек иткән. Н.А.Мәжитов фекере б‑са, бер үк ваҡытта Нуғай Урҙаһы мырҙаһы булған. Т.х. нығытылған ставкалары Өфө й. тамағында урынлашҡан Башҡорт ҡ. (ҡара: Өфө II) һәм Торатау башында (хәҙ. Ишембай р‑ны терр‑яһы) була. Шәжәрә һ.б. тарихи сығанаҡтарға ярашлы, урыҫ ғәскәрҙәре Ҡазанды алғандан һуң, көньяҡҡа күсеп китә. 16 б. башында нуғай мырҙалары м‑н яуҙа үлтерелә. Риүәйәттәр б‑са, Турахан кәшәнәһендә ерләнгән. В.В.Трепавлов һ.б. мәғлүмәттәре б‑са, Башҡортостанда нуғай наместниктарын Т.х. тип йөрөткәндәр.

Әҙәб.: Ю с у п о в Ю.М. История Башкортостана XV—XVI вв. (социально‑политический аспект). Уфа, 2009.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев