ТЫШҠЫ ИҠТИСАДИ БӘЙЛӘНЕШТӘР, дәүләттәрҙең халыҡ‑ара хеҙмәт бүленешенә нигеҙләнгән хужалыҡ итеү бәйләнештәре. Тауарҙарҙың һәм хеҙмәт күрһәтеү, финанс һәм хеҙмәт ресурстарының, технологияларҙың, идара итеү тәжрибәһенең һәм ғилми‑мәғлүмәт ағымдарының халыҡ‑ара хәрәкәтен, сит илдәргә туризмды үҙ эсенә ала. Т.и.б. системаһында төп урынды тышҡы сауҙа биләй. РФ‑та тышҡы иҡт. эшмәкәрлек физик һәм юридик шәхестәр тарафынан милек формаһына ҡарамай тормошҡа ашырыла (РСФСР Президентының “РСФСР территорияһында тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеккә ирек ҡуйыу тураһында” 1991 й. 15 нояб. указы). Башҡ‑нда Т.и.б. системаһының үҫеше 20 б. 80‑се йй. респ. пр‑тиеларының БАССР МС‑ы эргәһендәге Тышҡы иҡт. бәйләнештәр б‑са идаралыҡ тарафынан бирелгән лицензиялар һәм квоталар б‑са тышҡы баҙарға сыға башлауына бәйле. БР‑ҙың тышҡы иҡт. эшмәкәрлеге “Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ‑ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында”ғы килешеүғә нигеҙләнә. Респ. РФ м‑н берҙәм иҡт., аҡса һәм таможня киңлегендә урынлашҡан, ш. уҡ халыҡ‑ара һәм Т.и.б. үҙ аллы субъект булып тора. Донъяның 90‑дан ашыу иле м‑н бәйләнештәр үҫә, ҡайһы берҙәрендә Башҡортостан Республикаһы вәкиллектәре асылған. Респ. тышҡы иҡт. эшмәкәрлеген 600‑гә яҡын пр‑тие һәм ойошма тормошҡа ашыра. Респ. иҡтисадына тура сит ил инвестицияларын йәлеп итеү (ҡара: табл.) һәм сит ил капиталы ҡатнашлығында пр‑тиелар ойоштороу тышҡы иҡт. эшмәкәрлектең төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Инвестицияларҙың төп өлөшө эшкәртеү тармаҡтары секторына, ш. иҫ. нефть продукттары етештереү, химия производствоһы, резина һәм пластмасса изделиелар производствоһына, йәлеп ителгән. АҠШ, Бельгия, Бөйөк Британия, Виргиния утрауҙары, Германия, Испания, Канада, Кипр, Ҡытай, Нидерланд, Төркиә төп инвестор илдәр булып тора. 90‑сы йй. башында 40‑тан ашыу ил (Австрия, Болгария, Бөйөк Британия, Германия, Канада, Ҡытай, Польша, Төркиә һ.б.) ҡатнашлығында берлектәге предприятиелар ойошторола. БР ЮНИДО, ЮНЕСКО, ТӨРКСОЙ һ.б. халыҡ-ара ойошмалар м‑н хеҙмәттәшлек итә. Т.и.б. БР‑ҙың Иҡтисади үҫеш министрлығы координациялай. Тауар етештереүселәргә һәм БР‑ҙа етештерелгән продукцияға мәғлүмәт ярҙамы күрһәтеү маҡсатында респ., РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә күргәҙмә саралары ойошторола (ҡара: Күргәҙмәләр).

Р.А.Миянов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Сит ил инвестициялары күләме,

мең АҠШ доллары

Инвестициялар

1995

2000

2005

2010

2011

Бөтәһе,

ш. иҫ.:

4240,6

10447,2

242734,1

506846,2

313564,4

тура

3852,2

1236,7

51464,9

61652,5

92863,2

портфелле

3788,8

10045,2

14793,4

башҡа

388,4

9210,5

187480,4

435148,5

205907,8