ТЫШҠЫ САУҘА, бер илдең башҡа илдәр м‑н тауарҙы һәм хеҙмәтте индереүҙән (импорт) һәм сығарыуҙан (экспорт) торған сауҙаһы. Башлыса тышҡы сауҙа контракттары м‑н рәсмиләштерелгән коммерция килешеүҙәре аша тормошҡа ашырыла. Илдең Т.с. дәүләт тарафынан көйләнә. Башҡ‑нда 12 б. Урта Азия дәүләттәре м‑н сауҙа бәйләнештәре урынлаштырылған (ҡара: Каруан сауҙа юлдары). Башҡ‑н терр‑яһы аша Себер м‑н Көнсығыш Европа халыҡтарын бәйләгән халыҡ‑ара сауҙа юлы үткән. 16 б. аҙ. Өфөгә Бохара һ.б. шәрек сауҙагәрҙәре тауар м‑н килгән. Ырымбур һәм Троицк ҡҡ. Рәсәйҙең Ҡаҙағстан һәм Урта Азия ханлыҡтары м‑н (ҡара: Ырымбур алыш‑биреш йорто, Троицк алыш‑биреш йорто) транзит сауҙаһының үҙәк пункттарына әйләнә. 18 б. алып Ырымбурға каруандар Хиуа, Бохара, Ургенч, Ташкент, Ҡашғар, Афғанстандың төньяҡ төбәктәренән килә. 19 б. Рәсәйҙең Ҡаҙағстан һәм Урта Азия м‑н бөтә сауҙаһы тиерлек Ырымбур крайы таможнялары аша үтә. Башлыса транзит рәүешендә барған Т.с. сәнәғәт пр‑тиелары ҡатнаша (мәҫ., Белорет заводтары продукцияһы Төркиә, Иран һ.б. Азия дәүләттәренә һатыла). Башҡ‑н оҫталары етештергән тауарҙар донъя баҙарында танылыу ала (Златоуст ҡорал фабрикаһы өлгөләре халыҡ‑ара күргәҙмәләргә ҡуйыла). Революциянан (1917) һуң 90‑сы йй. тиклем Башҡ‑нда Т.с. махсус дөйөм союз тышҡы сауҙа ойошмалары (Внешпосылторг, Союзпромэкспорт һ.б.) аша тормошҡа ашырыла. Баҙар иҡтисадына күсеү м‑н тышҡы сауҙа операциялары БР пр‑тиелары, фирмалары һәм ведомстволарының сит ил партнёрҙары м‑н тура килешеүҙәре аша тормошҡа ашырыла. 1992 й. ҡарата респ. тышҡы сауҙа эшмәкәрлеге донъяның 31, 2011 й. — 106 илен, ш. иҫ. Венгрия, Ҡытай, Латвия, Нидерланд, Польша, Чехия (алыҫ сит илдәр өлөшөнә дөйөм респ. тауар экспортының 77,1%‑ы һәм импортының 71,6%‑ы тура килә); ш. уҡ БДБ илдәрен — Белоруссия, Ҡаҙағстан, Украинаны үҙ эсенә ала. Тышҡы сауҙа эшмәкәрлеге респ. иҡтисадында айырыуса йылдам үҫкән өлкәләрҙең береһе булып тора: 19922011 йй. БР‑ҙың тышҡы сауҙа әйләнеше 14,2 тапҡырға үҫә (ҡара: табл.1). Экспорттың тауар структураһында минераль продукттар, химия сәнәғәте продукцияһы (ҡара: табл. 2) өҫтөнлөк итә. “Газпром нефтехим Салават», Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы, “Уфанефтехим», Өфө нефть эшкәртеү заводы ААЙ‑лары иң эре экспортёрҙар булып һанала. Тышҡы баҙарға химия продукцияһын башлыса “Синтез‑Каучук”, “Сода” ААЙ‑лары сығара. Тышҡы баҙарға ш. уҡ машиналар, ҡорамалдар, транспорт саралары, металдар, ағас һ.б. ебәрелә. БР машиналар эшләү пр‑тиелары араһында Күмертау авиация производство предприятиеһы, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе етештергән продукцияны экспортлау йәһәтенән алдынғы урындарҙы биләй. Импорт структураһында машиналар эшләү һәм химия сәнәғәте продукцияһы өҫтөнлөк итә (ҡара: табл.3). Тауарҙарҙың күп өлөшө (машиналар, ҡорамалдар, транспорт саралары, аҙыҡ‑түлек, фарм. продукттары) Белоруссиянан, Германиянан, Ҡытайҙан, АҠШ‑тан, Үзбәкстандан, Швейцариянан индерелә. 2011 й. хеҙмәт экспорты 60210,8 мең АҠШ доллары, хеҙмәт импорты 92434,5 мең АҠШ доллары тәшкил итә. Хеҙмәт импорты структураһында туризм (76,4%), хеҙмәт экспорты структураһында ҡунаҡхана һәм ресторан хеҙмәттәре (39,4%) өҫтөнлөк итә.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Табл.1

Тышҡы сауҙа,  млн доллар

 

1995

2000

2005

2010

2011

Тышҡы сауҙа әйләнеше

2140,6

2878,7

6533,5

10640,0

13759,4

Экспорт

1888,6

2566,7

6059,1

9890,8

12656,8

Импорт

252,0

312,0

474,4

749,2

1102,6

 

Табл.2

Экспортланыусы тауарҙар структураһы

(ғәмәлдәге хаҡтарҙа)

 

1995

2000

2005

2010

2011

 

Млн доллар

%

Млн доллар

%

Млн доллар

%

Млн доллар

%

Млн доллар

%

Экспорт, бөтәһе,

ш. иҫ.:

1888,6

100,0

2566,7

100,0

6059,1

100,0

9890,8

100

12656,8

100

Аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм ауыл хужалығы сеймалы

4,7

0,2

2,3

0,1

4,9

0,1

5,4

0,1

81,0

0,6

Минераль продукттар

1158,9

61,4

2013,2

78,4

4845,7

80,0

8194,1

82,8

10596,8

83,7

Химия сәнәғәте продукцияһы, каучук

604,5

32,0

411,2

16,0

662,8

10,9

784,2

7,9

1075,3

8,5

Күн сеймалы, йәнлек тиреһе  һәм уларҙан тегелгән әйберҙәр

5,1

0,3

0,3

0,0

0,0

0,0

0,6

0,0

Ағас һәм  целлюлоза-ҡағыҙ изделиелары

11,1

0,6

12,1

0,5

38,3

0,6

46,3

0,5

65,2

0,5

Туҡыма, туҡыма  изделиелары һәм аяҡ кейеме

6,3

0,3

3,0

0,1

1,0

0,0

2,6

0,0

3,6

0,0

Металдар һәм уларҙан етештерелгән изделиелар

41,4

2,2

23,7

0,9

166,4

2,7

254,6

2,6

271,1

2,1

Машиналар, ҡорамалдар  һәм транспорт саралары

45,8

2,4

90,3

3,5

284,9

4,7

551,5

5,6

502,2

4,0

Башҡа тауарҙар

10,8

0,6

10,6

0,5

55,1

0,9

52,1

0,5

61,0

0,6

 

Табл.3

Импортланыусы тауарҙар структураһы

(ғәмәлдәге хаҡтарҙа)

 

1996

2000

2005

2010

2011

 

Млн доллар

%

Млн доллар

%

Млн доллар

%

Млн доллар

%

Млн доллар

%

Импорт, бөтәһе,

ш. иҫ.:

426,6

100,0

312,0

100,0

474,4

100,0

749,2

100,0

1102,6

100,0

Аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм ауыл хужалығы сеймалы

42,3

9,9

12,8

4,1

26,2

5,5

23,8

3,2

27,2

2,5

Минераль продукттар

38,1

8,9

100,1

32,0

36,5

7,7

10,3

1,4

11,7

1,1

Химия сәнәғәте продукцияһы, каучук

54,3

12,7

35,1

11,3

30,9

6,5

133,8

17,9

356,2

32,3

Күн сеймалы, йәнлек тиреһе һәм уларҙан тегелгән әйберҙәр

0,4

0,1

0,5

0,2

0,0

0,0

0,1

0,0

0,1

0,0

Ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ изделиелары

6,4

1,5

2,2

0,7

0,4

0,1

3,0

0,4

3,6

0,3

Туҡыма, туҡыма изделиелары һәм аяҡ кейеме

12,2

2,9

3,1

1,0

1,4

0,3

18,3

2,4

27,8

2,5

Металдар һәм уларҙан изделиелар

41,1

9,6

11,4

3,7

11,1

2,3

54,1

7,2

63,1

5,7

Машиналар, ҡорамалдар һәм транспорт саралары

192,3

45,1

131,1

42,0

352,8

74,4

484,1

64,6

578,9

52,5

Башҡа тауарҙар

39,5

9,3

15,7

5,0

15,1

3,2

21,7

2,9

34,0

3,1