ТУҠЫУ СӘНӘҒӘТЕ, еңел сәнәғәттең үҫемлектән, мал‑тыуарҙан алынған сүстән, ш. уҡ яһалма һәм синтетик сүстән туҡыма, трикотаж, туҡылмаған туҡыма һ.б. етештереү тармағы. Т.с. составына туҡыу сеймалын беренсел эшкәртеү, кизе-мамыҡ, етен, йөн, ебәк, туҡылмаған материалдар, киндер сүсе һәм джут, ау бәйләү, туҡыма-галантерея, трикотаж, быйма-кейеҙ баҫыу тармаҡтары инә. Башҡортостанда Т.с. 19 б. башында буҫтау фабрикалары асылғандан һуœ үҫеш ала. 1852 й. Түб. Троицк буҫтау ф‑каһы асыла (ҡара: Башҡортостан буҫтау комбинаты), 20 б. башында респ. берҙән‑бер ҙур пр‑тие була. 1939 й. “Трикотаж” артеле (ҡара: Өфө трикотаж фабрикаһы), 1980 й. Туймазы туҡылмаған материалдар ф‑каһы (ҡара: “Туймазытекс”) һ.б. асыла. 2004 й. тармаҡта 5 ҙур пр‑тие була, ш. иҫ. Ишембай трикотаж әйберҙәр фабрикаһы, Ишембай ойоҡ фабрикаһы, “Искож”. Тармаҡ өлөшөнә еңел сәнәғәт производствоһы күләменең 22,2%‑ы тура килә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. Етештереү динамикаһын табл. ҡарағыҙ. Белгестәр әҙерләү Иҡтисад һәм сервис университетында, Технология һәм дизайн колледжында алып барыла.

Н.М.Зубкова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Башҡортостанда туҡыу сәнәғәтенең етештереү динамикаһы

 

1940

1960

1970

1980

1990

2000

2008

Әҙер туҡымалар, мең м2

45500

6203

5216

Ойоҡ-ойоҡбаштар, мең пар

0,4*

4,3*

12,0*

19,5*

23626

10771

9158

Трикотаж әйберҙәр, мең дана

186

428

13113

22596

22640

6023

6492

   ш. иҫ. эске кейем

15

222

10199

18474

14325

3911

4448

            өҫкө трикотаж

171

206

2914

4122

8315

2112

2044

Баҫылған аяҡ кейеме, мең пар

105

298

373

359

311

61

29

*Күрһәткестәре млн парҙа бирелгән.