ТӘБӘНӘК ӘШӘЛСӘ (Herminium), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Евразияла таралған. Башҡортостанда бүлбеле Т.ә. үҫә. Яңғыҙ, шар һымаҡ йәки йомортҡа рәүешле тамыр-бүлбеле күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай, бейеклеге 4—10 см. Ике ҡапма‑ҡаршы, һабаҡ төбөнә яҡын урынлашҡан япрағы эре ланцет формаһында; өҫкө яңғыҙ япрағы бәләкәй, тар ланцет формаһында. Сәскәләре һарғылтйәшел төҫтә, ваҡ, торҡа рәүешле, һалынҡы, 3 айырса һымаҡ иренле һәм көслө бал еҫле. Сәскәлеге — күп сәскәле суҡ. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—авг. өлгөрә. Башҡортостандың Урал алды һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының (Әбйәлил һәм Учалы р‑ндары) дымлы болондарында, урман аҡландарында, торф һаҙлыҡтарында үҫә. Декоратив үҫемлек. Халыҡ медицинаһында ҡулланыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова