ТӘКӘЙ, Иглин р‑нындағы ауыл, Надеждин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 50 км һәм Көҙәй т. юл ст. К.-Көнс. табан 11 км алыҫлыҡта Баш й. (Эҫем й. ҡушылдығы) буйында, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 621 кеше; 1920 — 734; 1939 — 785; 1959 — 365; 1989 — 145; 2002 — 141; 2010 — 117 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Себер даруғаһы Урман‑Көҙәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәкәй Ҡараманов исеме м‑н аталған, тип фараз ителә. Шулай уҡ Әтекәй исеме м‑н билдәле булған. 1770 й. ауылда П.С.Паллас булып киткән. 8‑се башҡ. кантонының үҙәге булған (19 б. 30‑сы йй.). 1795 й. 41 йортта 236 кеше йәшәгән, 1865 й. 41 йортта — 266 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Эҫем заводтарына ҡараған пристань урынлашҡан. 1906 й. мәсет, 7 бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында ш. уҡ урман кәсептәре булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов