ТӘЛГӘШЛЕ АБАҒА (Botrychium), тәлгәшле абаға һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: виргин Т.а., күп айырмалы Т.а., тәлгәшле абаға. Күп йыллыҡ абағалар, бейеклеге 5—40 см, ҡыҫҡа тамырһабаҡлы һәм йыуан итләс тамырлы. Япраҡтары стериль (ғәҙәттә, ҡауырһын йәки өсләтә теленмә) һәм спора биреүсе (бөтөн йәки бүленгән) өлөштән тора. Спорангиялары шар формаһында, япраҡтың спора биреүсе өлөшө сегменттарының ян‑яғында һәм остарында урынлашҡан. Июль—авг. спора осора. Һирәкләп Белорет, Бөрйән, Йәрмәкәй, Кушнаренко һ.б. р‑ндарҙың болондарында һәм ҡыуаҡлыҡ араларында осрай. Республика терр‑яһында үҫкән Т.а. бөтә төрҙәре лә БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова