ТӘМЛӘТКЕС КУЛЬТУРАЛАР, составында хуш еҫле матдәләр булған үҫемлектәр. Йәшелсә культураларына ҡарай. Ҡара борос (борос һымаҡтар ғаиләһенән), ҡәнәфер ағасы (мирт һымаҡтар), дәрсен ағасы, лавр (икеһе лә — лавр һымаҡтар), мөшкәт (мөшкәт һымаҡтар), имбир, кардамон (икеһе лә — имбир һымаҡтар), ваниль (әшәлсә һымаҡтар), борос (эт ҡарағаты һымаҡтар), аҡ әнис, кориандр, петрушка, сельдерей, укроп һ.б. (бөтәһе лә — сатыр һымаҡтар), керән, кресс‑салат, шипкән (бөтәһе лә — әүернә һымаҡтар), базилик, бөтнөк, йыланбаш, майағас, майоран һ.б. (бөтәһе лә — ирен сәскә һымаҡтар), аҡ әрем, скорцонера (икеһе лә — астра һымаҡтар), зәғферән (күбәләк сәскәһе һымаҡтар), рута (рута һымаҡтар) ҙур әһәмиәткә эйә. Рәсәйҙә Т.к. бөтәһе лә тиерлек — үлән кеүек үҫемлектәр, уларҙың ҡайһы берҙәре (борос, лавр, майоран, петрушка) тропик һәм субтропиктарҙан сыҡҡан. Башлыса эфир майҙары йәки уларҙың сығарылмаларын, гликозидтар, танниндар, һирәк осраҡта алкалоидтар туплайҙар, ғәҙәттә еҫле һәм әсе тәмле булалар. Т.к. витаминдарға, минераль тоҙҙарға бай, фитонцидтары бар. Үҫемлек өлөштәре (тамыр, япраҡ, һабаҡ, емеш) кондитер сәнәғәтендә, икмәк бешереү сәнәғәтендә, ликёр‑араҡы сәнәғәтендә һ.б. аҙыҡ‑түлектең тәмен һәм еҫен яҡшыртыу өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда асыҡ һәм ябыҡ тупраҡта укроп, петрушка, бөтнөк, мелисса, керән, сельдерей, аҡ әнис, кориандр, борос, кресс‑салат, базилик, майоран, аҡ әрем һ.б. үҫтерелә. Шулай уҡ ҡара: Йәшел культуралар, Йәшелсәселек.

Әҙәб.: Г а л е е в Н.А. Овощи, малораспространённые в Башкортостане. Уфа, 1996.

Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. Г.А.Миһранова