ТӘПӘН, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Рауил а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 73 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 313 кеше; 1920 — 315; 1939 — 224; 1959 — 224; 1989 — 268; 2002 — 288; 2010 — 316 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ишҡол урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 19 б. уртаһында Верхнеурал өйәҙе Түңгәүер улусы Әхмәт а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1866 й. Тәнәктә 41 йортта 236 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов