ТӘТЕРБАШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Стәрлебаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 11 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 65 км алыҫлыҡта Оло Ҡайраҡлы й. (Стәрле й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 463 кеше; 1920 — 564; 1939 — 666; 1959 — 702; 1989 — 415; 2002 — 456; 2010 — 331 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһында сыуаш дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1865 й. 44 йортта 279 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. Шулай уҡ Ибрай, Ҡайраҡлы, Ҡайраҡлыбаш булараҡ теркәлгән. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов