ТӘҮ АТА‑БАБА, мифологияла кешелектең, этностың, ырыу йәки ҡәбиләнең ата‑бабаһы. Т.а.‑б. эшмәкәрлеге фәҡәт мифик ваҡытҡа (“башланғыс”) ҡарай. Т.а.‑б. йыш демиург, мәҙәни герой функцияһын башҡара.

Башҡ. мифологияһын аярашлы, беренсе кеше ут һәм (йәки) һыуҙан — йәшендең ҡаяға атыуы йәки ҡояш нурының ерҙәге һыу м‑н тулы тәрән тишеккә үтеп инеүенән (алпамышалар т‑да мифтар) барлыҡҡа килә. “Урал батыр” эпосында Йәнбирҙе ҡарт (ғүмер биреүсе) һәм уның ҡатыны Йәнбикә кешелектең ата‑бабаһы булып сығыш яһай: “Ҡайҙан бында килеүен, /Ата‑әсә, ер‑һыуын /Ҡайҙа тороп ҡалғанын /Үҙҙәре лә онотҡан, /Икәүҙән‑икәү шул ерҙә / Башлап ғүмер һөргәндәр...”. Уларҙың улдары, ағалы‑ҡустылы антагонистар Урал батыр һәм Шүлгән эпоста Йыһан һәм Хаосты, Яҡшылыҡ һәм Яуызлыҡты кәүҙәләндерә. Урал батыр тәүге кеше (әжәлле) булып тора, уның үлеме м‑н мифик ваҡыт тамамлана. Уның улдары һәм ейәндәре кешелек нәҫеленә башланғыс бирә. Этногоник миф һәм легендаларҙа башҡ. ҡәбиләләре һәм ырыуҙарының Т.а.‑б. булып тотем хайуандар (ҡара: Тотемизм) йәки демонологик йән эйәләре (шайтан, шүрәле) сығыш яһай.

З.Ғ.Әминев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов