ТӘҮӘКӘC, Архангел р‑нындағы ауыл, Тәүәкәс а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 10 км һәм Приуралье т. юл ст. Т. табан 3 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 475 кеше; 1920 — 632; 1939 — 630; 1959 — 599; 1989 — 599; 2002 — 554; 2010 — 594 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Ҡумрыҡ‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Тәүәкәс Иманов исеме м‑н аталған. 1795 й. Т. (Теүәкәс) 17 йортта 164 кеше, 1865 й. 43 йортта — 251 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов