ТУҘЛЫҠЫУЫШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Туҙлыҡыуыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 12 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 89 км алыҫлыҡта Сарыш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1508 кеше; 1920 — 1675; 1939 — 1389; 1959 — 800; 1989 — 568; 2002 — 586; 2010 — 530 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала, 1730 й. алып билдәле. 1795 й. 270 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 162 йортта — 885 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 10 бакалея кибете булған. 1906 й. 3 мәсет, урыҫ- башҡ. мәктәбе, 3 һыу тирмәне, 3 бакалея кибете теркәлгән. Ә.Ҡ.Вәлиев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов