“ТУЙМАЗИНСКИЙ ВЕСТНИК” (“Туймазы хәбәрҙәреҙ), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП-ы. Туймазы ҡ. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Туймазы хәбәрләре”) телдәрендә сыға. 1930 й. нояб. алып “Ленин юлы” исеме м‑н татар телендә, 1954 й. июленән “Путь Ленина” (“Ленин юлы”) гәз. (1938 й. авг. башлап урыҫ телендә нәшер ителә) м‑н берләшкәндән һуң урыҫ телендә сыға башлай; 1962 й. майынан “Ленинский путь” (“Ленин юлы”) булараҡ, 1999 й. сент. алып “Т.в.” гәз. (1993 й. ғин. урыҫ һәм тат. телдәрендә сыға) м‑н берләшкәндән һуң “Туймазинский вестник — Ленинский путь” (“Туймазы хәбәрҙәре — Ленин юлы”) исеме м‑н урыҫ һәм татар телдәрендә сыға. 2001 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. Туймазы ҡ. һәм Туймазы р‑нының ижт.‑сәйәси, соц.‑иҡт. һәм мәҙәни тормошон яҡтырта. 2006—16 йй. ай һайын башҡ. телендә “Йәнтөйәк” ҡушымтаһын сығарған.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев