ТУЙМАЗЫ АВТОБЕТОНОВОЗДАР ЗАВОДЫ, ААЙ. Составына әҙерләү‑иретеп йәбештереү, механика, йыйыу‑биҙәү, тәжрибә өлгөләре һәм ваҡ сериялар етештереү, гидроцилиндрҙар, күсергестәр, инструменттар, ремонт‑механика, транспорт цехтары; ремонт‑төҙөлөш, теүәл ҡойоу, электр‑ремонт, эске йөктәрҙе ташыу участкалары; углекислота, компрессор, һыу таҙартыу, насос станциялары; тепловоз‑вагон депоһы һ.б. инә. 2009 й. 1661 кеше эшләгән; 160 автобетон бутағыс, 2 автобетон насосы, 4 бетон насосы, 3 күбек күтәргес, 7 әйләнәле бетон өләшкес етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә.

1976 й. ойошторола (1977 й. тәүге СБ‑113 бетоновозы сығарыла), 1980 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1990 й. алып ҠП, 1994 й. хәҙ. статусын ала (1999 й. электр күсергесе, 2000 й. гидрокүсергесе булған стационар бетон насосы етештереү үҙләштерелә), 2004 й. башлап “КамАЗ” ААЙ пр‑тиелар төркөмө составына (Яр Саллы ҡ.) инә. 2010 й. з‑дта етештерелгән (мең дана): автобетон бутағыстар – 30,7, автобетон насостары – 1,8, автоэретмә‑ташығыстар – 2,8 һ.б. Пр‑тие продукцияһы СССР ВДНХ‑ның көмөш миҙалы м‑н бүләкләнгән (1981). “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсы лауреаты (2007).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина