ТУЙМАЗЫТЕХУГЛЕРОД, ААЙ. Составына техник углерод етештереү цехы; ремонт‑механика, энергетика, транспорт‑хужалыҡ, контроль‑үлсәү приборҙары һәм автоматика участкалары; лаб. инә. 2009 й. 194 кеше эшләгән; 20,8 мең т техник углерод етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә. 1955 й. ойошторола, 1957 й. Туймазы ҡором з‑ды булараҡ файҙаланыуға индерелә (1971 й. производствоны тулыһынса реконструкциялау тамамлана), 1974 й. башлап Туймазы техник углерод з‑ды (1984 й. алып гранулланған техник углерод сығара; 1991 й. макс. етештереү күләме 64,2 мең т етә), 1993 й. хәҙ. статусын һәм исемен ала. Пр‑тиела БР‑ҙа тәүге тапҡыр технологик һыу әҙерләү өсөн кире осмослы мембранаға нигеҙләнгән ҡоролма сафҡа индерелә (2005).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина